Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» исемле рус теленә тәржемәләнгән яңы китабы баҫылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Инеш» нәшриәтендә яҙыусы һәм журналист, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» тигән китабы донъя күрҙе. Әҫәрҙе рус теленә Айгөл Ғәйнуллина тәржемә иткән. Йәш яҙыусының яңы китабы — етем балаларҙың тормошо хаҡында «Ҡалдырма, әсәй!» повесының дауамы.

Китапта өс республиканың халыҡ шағирҙары: Ҡәҙим Аралбай (Башҡортостан), Роберт Миңнуллин (Татарстан), Юрий Семендерҙың (Сыуашстан) рецензиялары бирелгән. Был осраҡлы түгел. Айгиздең ижады Башҡортостанда ғына түгел, күрше республикаларҙа ла әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. Уның беренсе китабы рус, сыуаш, татар, ҡаҙаҡ, азербайжан телдәренә тәржемә ителгән.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай билдәләүенсә, Айгиз Баймөхәмәтовтың етем балаларҙың әсе яҙмышы, йәмғиәт яғынан йылы һәм иғтибар етмәүе тураһында бәйән иткән китабы хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә яңы һүҙ булды.

«Талантлы башҡорт прозаигы Айгиз Баймөхәмәтов үҙе һәм замандаштары хаҡында иҫ киткес шәп повесть яҙған! Был матур һәм ҡыйыу башланғыс! Киләсәге өмөтлө! Айгиз «Ҡалдырма, әсәй!» тип аталған тәүге китабынан уҡ уҡыусыларҙың һөйөүен яуланы, йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итте, был иһә һирәк осраған ижади бәхет. Бындай уңышҡа һаҡсыл ҡарарға, ошо танылыуҙы ҡәҙерләргә кәрәк. Киләсәктә Айгиз төрлө яҙмышлы кешеләр тураһында яңы яҡшы әҫәрҙәр ижад итер тигән ышаныс күңелемде йылыта», — тип яҙҙы Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин.

Китаптың тиражы — ике мең дана. Авто билдәләүенсә, «Әкиәтһеҙ бала саҡ» татар, ҡаҙаҡ һәм сыуаш телдәренә тәржемә ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть