Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.95 ↓

EUR 71.12 ↓

19 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Евразия йөрәге» Өфө халҡына ике Симфоник һәм бер Этнотөн бүләк итәсәк

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә йәнә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтәсәк. 12 июндә «Евразия йөрәге»н «Берҙәмлек» – «Содружество» халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестиваленең гала-концерты аса. Был проект – Рәсәйҙә халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советы (CIOFF) эгидаһы аҫтында уҙған алты халыҡ-ара фестивалдең береһе. «ВДНХ-Экспо» майҙанында Ҡытай, Эстония, Көньяҡ Корея, Сербия, Һиндостан, Көньяҡ-Африка Республикаһы һәм Шри-Ланка коллективтары сығыш яһаясаҡ.

Бай йөкмәткеле программа 16 июнгәсә дауам итәсәк, төп саралар Өфө амфитеатрында үтәсәк. 13 июндә Башҡортостан Милли симфоник оркестры (художество етәксеһе – Раушан Яҡупов) өфөләрҙе Симфоник төнгә йыя.

14 июндә эстафетаны ике проект дауам итә. Киске сәғәт 7-се яртыла быйылғы миҙгел юбиляры – Өфө ҡалаһының «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленең концерты башлана. Киске сәғәт 8-ҙә байрамды «UFA-Kuraifest» дауам итәсәк. Тамашасылар Линар Дәүләтбаев еткселегендә Башҡортостан милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестрының, ҡурайсылар Азат Биксуриндың, Роберт Юлдашевтың һәм Zaibetdin проектының, «Йатаған» этно-төркөмөнөң, Мәскәүҙең «Zaman» төркөмөнөң сығыштарын ҡарай аласаҡ. «UFA-Kuraifest» сиктәрендә Өфө амфитеатры сәхнәһенә 200 кешелек ҡурайсылар ансамбле сығасаҡ.

15 июндә киске сәғәт 8-ҙә тамашасыларҙы Икенсе Симфоник төн саҡыра. Республиканың Йәштәр симфоник оркестры (етәксеһе – Линар Дәүләтбаев) менән бергә сәхнәлә йырсылар Илһам Вәлиев, Гөлнара Вәлиева, Радмир Хәсәнов, Регина Звягинцева, виолончелдә уйнаусы Аяз Нухов һәм Рөстәм Хәмиҙуллин сығыш яһаясаҡ.

16 июндә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале тамамлана. Киске сәғәт 5-тә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдындағы майҙанда Башҡортостан халыҡтарының милли костюмдар байрамы башлана. Республика «Тальян байрамы» профессиональ һәм үҙешмәкәр артистарҙы йыясаҡ.

Халыҡ-ара байрам «Этнотөн» менән тамамланасаҡ. Проекттың хедлайнеры – Мәскәүҙең «Иван Купала» төркөмө. Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең билдәле коллективтары «Хартыга» (Тыва Республикаһы), «Trad Attack» (Эстония), музыка ҡоралдарында уйнаусы виртуоздар Назбек Кенчинбаев, Нурайым Азыкбаева (Ҡырғыҙстан), «Катя Ямщикова» фолк-проекты, «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө сығыш яһаясаҡ.

Сараны ойоштороусы – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть