Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

18 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Халисә Рәйхандың балалар өсөн «Бал яратам» тигән китабы донъя күрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләге «Китап» нәшриәтендә Халисә Рәйхандың балалар өсөн «Бал яратам» тигән китабы донъя күрҙе. Шиғырҙар йыйынтығы бәләкәй балаларға, уларҙың ата-әсәләренә, олатай-өләсәйҙәренә тәғәйенләнгән. Китап уҡыусыны сағыу балалыҡ донъяһына алып китә, яҡшыны ямандан айырырға, тәбиғәткә һәм кешеләргә иғтибарлы булырға өйрәтә.

Йыйынтыҡты Татарстандың халыҡ шағиры, яҡташыбыҙ Роберт Миңнуллиндың инеш һүҙе башлап ебәрә. Баҫма рәссам Г. Камалованың сағыу һүрәттәре менән биҙәлгән. Китап 2 мең дана булып сыҡҡан. Уны нәшриәттең фирма магазиндарында һатып алырға мөмкин.

Туймазы ҡалаһының Үҙәк китапханаһында, Төмәнәк татар тарихи-мәҙәни үҙәгендә Шиғриәт кисәһендә китап туйы уҙҙы. Автор үҙенең ижады хаҡында һөйләне, һорауҙарға яуап бирҙе, шиғырҙар һәм йырҙар башҡарҙы. Сараға яҙыусының тормошона һәм ижадына бағышланған күргәҙмә әҙерләнгәйне.

«Шаран районының Салмалы урта мәктәбендә райондың ете мәктәбе араһында «Бал яратам» китабы буйынса тасуири уҡыусылар бәйгеһе уҙҙы. Еңеүселәр һәм ҡатнашыусылар китап һәм район мәғариф бүлегенең почет грамоталары менән бүләкләнде», — тип һөйләне автор.

Халисә Рәйхан – тележурналист һәм шағирә, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Халисә Мөхәмәҙиева. 2005 йылда уның хикәйәләр, әкиәттәр һәм шиғырҙар ингән «Ҡышҡы ямғыр» тигән китабы донъя күрҙе. Авторҙың шиғырҙарына бик күп йырҙар яҙылған. Күп йылдар буйынса Халисә Мөхәмәҙиева татар телендә сыҡҡан «Райхан» телетапшырыуының авторы һәм билдәле алып барыусыһы булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть