Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.75 ↓

EUR 76.23 ↑

15 август, Шаршамбы

Уфа   °

Республиканың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле артистары Ҡытайҙы яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 2 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡытайҙың Тяньзинь ҡалаһында барған Халыҡ-ара фестивалдә башҡорт, рус, татар, ҡаҙаҡ һәм ҡытай бейеүҙәре менән сығыш яһай. Халыҡ башҡорт һылыуҙарын хайран ҡалып тамаша ҡыла. Фестиваль көндәрендә яҡташтарыбыҙ сәхнәне Словакия ансамбле менән бүлешә.

«Кружева» ансамбле сәхнәлә матурлыҡ өләшеп кенә ҡалмай, ошо ил, уның тарихы менән таныша. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар Бөйөк Ҡытай стенаһында булырға, үҫешкән инфраструктуралы ҙур һәм гүзәл Тяньзинь ҡалаһын ҡарарға өлгөрҙө лә инде. Беҙ илдең мәҙәниәте менән танышабыҙ һәм ҡытай халҡына Башҡортостандың йолаларын күрһәтәбеҙ, — тип һөйләй ансамблдең етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева. — Икенсе донъя, Көнсығыш иле — Ҡытай менән танышыу мөмкинлеген бүләк иткәне өсөн Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Р. М. Әсәҙуллинға ҙур рәхмәтлебеҙ».

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, март айында «Кружева» ансамбле Ҡаҙағстанда халыҡ-ара Науруз байрамында Башҡортостан исеменән сығыш яһағайны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть