Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөлә билдәле журналист студенттарҙы үҙенең китабы менән таныштырҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 27 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында билдәле радиожурналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов башҡорт филологияһы факультеты студенттары менән осрашты. Ул үҙенең «Словом красен человек» тигән яңы китабы менән таныштырып, заманса киң мәғлүмәт сараларының теле һәм йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу ойошторҙо. Буласаҡ филологтарҙы радиожурналист һөнәре менән бәйле барыһы ла ҡыҙыҡһындырҙы. Автор фекеренсә, һүҙ менән бала саҡтан алып эшләргә һәм ғүмер буйына дауам итергә кәрәк. «Тел — даими үҫешеүсе институт, әммә шул уҡ ваҡытта бик нескә һәм үҙенә һаҡсыл мөнәсәбәтте талап итә», — тип иҫәпләй Рәсүл Сәғитов.

Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова, республиканың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки Әлибаев, «Китап» нәшриәте директоры Илһам Йәндәүләтов һәм йәш шағир Рәшит Зәйнуллин ошо темаға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.

Осрашыу һуңында студенттар ижади оҫталыҡтарын күрһәтте һәм автографлы китаптар менән бүләкләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть