Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә ҡаҙнаға 77,5 миллиард һумдан ашыу һалым индерелгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Беренсе кварталда бөтә кимәлдәге бюджеттарға 77,5 миллиард һум самаһы һалым түләнгән. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был уҙған йылғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. Шуның 41,04 миллиард һумы — федераль, 29,49 миллиарды республика ҡаҙнаһына йүнәлтелгән.

Керемдәрҙең өстән бер өлөшөнән күберәген файҙалы ҡаҙылмалар, шул иҫәптән нефть сығарыу өсөн һалым (25 миллиард һумдан ашыу), алкоголгә һәм тәмәкегә акциздар (13,3 миллиард), ойошмаларҙың табышына һалым (12,7 миллиард) тәшкил иткән. Шулай уҡ физик берәмектәрҙең килеменә (10,7 миллиард һум) һәм өҫтәлгән хаҡҡа (9,8 миллиард) һалымдар ҙур өлөш индерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть