Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостан делегацияһы Красноярск иҡтисад форумында ҡатнаша

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Красноярск иҡтисад форумы эшендә ҡатнаша. Делегацияны республика хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов етәкләй.

Форумдың эше 22 апрелгә тиклем дауам итә.

Фекер алышыуҙың төп темалары — идара итеүҙең сифатын күтәреүгә баҫым яһап, алдағы ун йыллыҡҡа ил иҡтисадын үҫтереүҙең төп йүнәлештәре һәм механизмдары, кешелек капиталын үҫтереү, эшҡыуарлыҡты дәртләндереү, технологик һәм тармаҡ үҫеше, экология, тышҡы саҡырыуҙар һәм интеграция.

Бынан тыш, Красноярскиҙағы форумда хөкүмәттең 2017-2025 йылдарҙа Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш темптарын арттырыуҙы тәьмин итеүгә йүнәлтелгән комплекслы ғәмәлдәр планын тикшереү ҡаралған.

Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республиканың рәсми делегацияһы ҡатнашҡан программа дәүләт идараһы системаһына проект идараһы принциптарын индереү мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәлдәрҙе, бизнесты үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуҙы, төбәк Проект офистары эшмәкәрлеген ойоштороуҙы, демографик хәлде яҡшыртыуҙы, экспортты һәм инвестиция ҡеүәтен яҡшыртыуҙы үҙ эсенә ала.

Форум барышында Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм «Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы аналитик үҙәк» коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошма араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть