Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

21 апрелдә – Өфөлә ҙур футбол йомаһы

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/.

Йома, 21 апрелдә, Өфөлә ике футбол уйыны уҙа. Иң башта «Нефтсе» үҙәк стадионы майҙансығына Йәштәр Премьер-лигаһы беренселеге сиктәрендә «Өфө» футбол клубы һәм Мәскәү ЦСКА-һының дублерҙары сыға. Матч көндөҙгө сәғәт 1-ҙә (Мәскәү ваҡыты буйынса иртәнге 11-ҙә) башлана.

Турнир таблицаһында өфөләр һуңғы урында килә, мәскәүҙәр – лидер (командаларҙы 41 мәрәй айыра). Тәүге серияла Мәскәү командаһы 5:0 иҫәбе менән еңде.

Киске сәғәт 7-лә үҙ уйынын төп составтар башлай. «Өфө»нө – Сергей Семак, ЦСКА-ны Виктор Гончаренко етәкләй. Гончаренконың башланғысы аҫтында тәүге серияла Өфө командаһы Мәскәүҙән 0:1 иҫәбе менән еңелде.

«Өфө» футбол клубы 34 мәрәй менән етенсе урында бара. ЦСКА – 44 мәрәй менән икенсе. Беренсе урында – 54 мәрәй менән «Спартак» командаһы (Мәскәү).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть