Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфөләр «Бөтә Рәсәй лаборатор эше» акцияһы сиктәрендә донъя ҡоролошо хаҡында үҙ белемдәрен тикшерә ала

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

22 апрелдә Рәсәйҙә «Бөтә Рәсәй лаборатор эше» – донъя ҡоролошо тураһында аң-белем таратыу акцияһы уҙа. Уның маҡсаты – ғилемдең беҙҙе һәр саҡ һәм бөтә ерҙә оҙата барыуын, ҡыҙыҡлы булыуын күрһәтеү. Сараны башҡа ҡалалар (Мәскәү, Санкт-Петербург, Ярославль, Түбәнге Новгород, Красноярск, Новосибирск) менән бер рәттән Өфө лә хуплап сыға.

Башҡортостандың Фәнгә ярҙам итеү фондында хәбәр итеүҙәренсә, акция барышында физиктар, химиктар, геологтар һәм инженерҙар өфөләргә 45 минут дауамында йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәт ҡоролошо тураһында ике тиҫтә һорауға яуап бирергә тәҡдим итәсәк. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Лабы» майҙансығында геолог, геология-минералогия фәндәре докторы Дмитрий Савельев, техник фәндәр докторы Евгений Парфенов, гигиенист, медицина фәндәре докторы Наталья Егорова «лаборанттарҙың» эштәре менән етәкселек итәсәк. Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгендә генетик, биология фәндәре докторы Эльза Хөснөтдинова лаборатория мөдире буласаҡ.

Шул уҡ көндө академик сәғәттән һуң ғалимдар һәм фәнде популярлаштырыусылар «лаборатор» эштәрҙең һөҙөмтәләрен иғлан итә һәм дөрөҫ яуаптарға аңлатма бирә.

«Ғилми шәмбе» көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Акцияла ҡатнашыу өсөн ете майҙансыҡтың береһендә http://roslaba.org/exam/events/ufa/city/ теркәлергә кәрәк. Унда 15 йәштән өлкәнерәктәр ҡатнаша ала.

Виртуаль «Лаба» roslaba.org.ң сайтында эшләйәсәк.

Теги: акция,фән
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть