Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары бер тәүлек эсендә ярты метрға тиерлек күтәрелгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 21 апрелдә иртәнге сәғәт 8-гә Дуҫлыҡ монументы эргәһендә Ағиҙел йылғаһының кимәле 47 сантиметрға күтәрелеп, 480 сантиметр тәшкил иткән. Шакша яғында Ҡариҙел йылғаһының кимәле 421 сантиметрға (+48) хәтлем артҡан. Бочкарев ауылы тирәһендә Дим йылғаһының кимәле 454 сантиметрға (+5) еткән.

Белгестәр әйтеүенсә, Өфө йылғалары киләһе аҙнаның башында һыу баҫа торған ергә сығасаҡ. 2017 йылда ташҡындың иң юғары кимәле май башына тура килеүе көтөлә.

Һуңғы аҙнала һыу кимәленең нисек артыуы менән «Ташҡын» («Половодье») бүлегендә танышырға мөмкин.

Белгестәрҙең аңлатмаларын һәм тағы ла күберәк мәғлүмәт графикаларын «Башинформ» агентлығының махсус проектында ҡарағыҙ.

Теги: ташҡын
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть