Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Баш ҡала мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусыларының Яҙғы балын уҙғарыу көнө билдәле булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Шәмбе, 20 майҙа, баш ҡала мәктәптәрендә матур  йолаға әүерелгән Яҙғы бал байрамы үтә. Был көндө Өфөләге бөтә 11-се класс уҡыусылары ҡала үҙәгендә йыйыла.

Сара барышында байрам ҡунаҡтары «Сығарылыш уҡыусыларының аллеяһы» менән таныша аласаҡ. Унда мәктәп уҡыусылары һайлаған һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Шунда уҡ бейеү коллективтары һәм студиялар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтәсәк, шулай уҡ тамашасыларҙы төрлө стилдә һәм йүнәлештә бейергә өйрәтәсәк.

Сығарылыш уҡыусылары Яҙғы балда полонез, мәктәп вальсы, бранль, әйлән-бәйлән, рок-н-рол һәм флешданс башҡарасаҡ. Был ҙур сараға ата-әсәләр, уҡытыусылар һәм өфөләр тамаша ҡыласаҡ.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, биш йыл эсендә унда 40 мең самаһы 11-се класс уҡыусыһы ҡатнашҡан.

Быйыл Яҙғы бал Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡта, Салауатта, Ишембайҙа, Нефтекамала, Ағиҙелдә, Октябрьскийҙа, Благовещенда, Ырымбурҙа һәм Орскиҙа үтә.

Сара Пушкин һәм Ленин урамдарында, Совет майҙанында төшкө сәғәт 1-ҙә башлана һәм киске 5-се яртыға тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть