Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Республикала 143 күп фатирлы йорт иң яҡшы исеменә дәғүә итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостандың 18 район-ҡалаһынан 143 йорт иң яҡшы күп фатирлы йорт конкурсында ҡатнашыуға ғариза тапшырған, тип хәбәр иттеләр республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығында. Конкурсҡа йомғаҡ 15 майҙа яһала. Комиссияға министрлыҡ, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты етәкселәре, муниципалитеттарҙың хакимиәт башлыҡтары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ағзалары инә.

Республиканың 50 иң яҡшы йорто дипломдар һәм 100 мең һумлыҡ аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Конкурстың шарттары буйынса, бүләк йортто һәм ихатаны ҡарауға йүнәлтелергә тейеш. Торлаҡ милекселәренең дөйөм йыйылышы ҡарарына ярашлы, алған аҡсаның 10 процентына тиклемге өлөшөн премия сифатында күп фатирлы йорт советы йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте идараһы рәйесенә түләргә мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть