Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Театр яҙы» IX республика фестивален асыу тантанаһы уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә уҙғарылған «Театр яҙы» IX республика фестивален асыу тантанаһы үтте.

Фестивалдең маҡсаты – республикала театр сәнғәтен һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү, театрҙарҙың ижади процесында төп йүнәлештәрҙе асыҡлау, бөтә театр һөнәрҙәре – актёрҙар, рәссамдар, режиссёрҙар, тәнҡитселәр араһында бәйләнештәрҙе нығытыу.

Алты көн дауамында Өфөнөң төрлө сәхнәләрендә милли драматургия әҫәрҙәре буйынса 15 спектакль күрһәтеләсәк. Фестиваль программаһында республиканың барлыҡ профессиональ театр коллективтары, шулай уҡ Алексей Бахрушин исемендәге Дәүләт үҙәк театр музейы (Мәскәү) ҡатнаша. Шулай уҡ фестиваль сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре һәм Рәсәйҙең алдынғы театр эшмәкәрҙәренең лекциялары ойошторола.

«Театр яҙы -2017» фестивале Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры алдында сағыу тамаша һәм ҡатнашыусыларҙың парады менән башланды, ә Салауат башҡорт дәүләт драма театры Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса «Ерҙәштәр» спектаклен тәҡдим итте.

Фестивалде асыу тантанаһына Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов килде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть