Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36 ↑

EUR 69.71 ↓

19 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда урындағы башланғыстар менән булдырылған проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу дауам итә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостанда урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән йәмәғәт инфраструктураларын үҫтереү проекттарын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Республика Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, булышлыҡ итеү формаларына үҙгәрештәр индерелде. Мәҫәлән, проекттарҙы балл системаһы менән баһалау бөтөрөлдө. Төрлө проектта ҡатнашыусыларҙың өҫтәмә финанслау йәһәтенән хоҡуҡтары тигеҙләнде. Республика ҡаҙнаһынан субсидиялар бүлеү эшенә һәм килешеү төҙөүҙән баш тартыу мөмкинлегенә аныҡлыҡ индерелде.

«Башҡортостан Республикаһының дәүләт финанстары һәм бурыстары менән идара итеү» программаһы сиктәрендә 300 миллион һум күләмендә аҡса раҫланған.

Халыҡ урындағы башланғыстарға нигеҙләнгән проекттарҙа әүҙем ҡатнаша: улар үҙҙәре өсөн мөһим булған объектты төҙөкләндереү йәки йүнәтеү проектын тәҡдим итеп, шуның өсөн аҡса һала. Өфөлә быға оҡшаш программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә баш ҡала депутаттары 31 проект тәҡдим итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть