Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаттары бүләкләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаттары бүләкләнде. Премияға Мәүлит Ямалетдинов һәм Лира Яҡшыбаева лайыҡ булды. Мәүлит Ямалетдинов — «Ҡуласа» романы, Лира Яҡшыбаева «Халҡыбыҙ изгеләре» китабы өсөн билдәләнгән. Бүләкләү тантанаһы Башҡортостандың Яҙыусылар союзында үтте.

Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) — шағир, драматург, фольклорсы. Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премия 2012 йылда Яҙыусылар союзы тарафынан булдырылған. Республика халыҡтарының тормошон сағылдырған, башҡорт әҙәбиәтенең, тәнҡиттең һәм фольклористиканың мөһим проблемаларына арналған, киң резонанс тыуҙырған әҫәрҙәр өсөн тапшырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть