Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

2017 йылда төбәктә бер сменалы мәктәптәрҙең һанын 90 процентҡа тиклем еткереү күҙаллана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда мәктәптәрҙә ике сменала уҡытыуҙы бөтөрөү буйынса эш дауам итәсәк.

2017 йылға маҡсат — бер сменалы мәктәптәрҙең һанын 90 процентҡа тиклем еткереү. Был хаҡта республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһағанда белдерҙе.

2016 йыл йомғаҡтары буйынса, бер сменала белем алыусыларҙың һаны артҡан һәм 88 процент тәшкил иткән. Бының өсөн республикала реконструкциялау һәм яңы мәктәптәр төҙөү иҫәбенә 2424 урын булдырылған.

Башҡортостанстаттың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, әле төбәктә 1375 дөйөм белем биреү ойошмаһы иҫәпләнә. Уларҙа 444,4 мең бала белем ала.

20 апрелдә Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика Хөкүмәтенең 2016 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тәҡдим итте.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть