Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә халыҡ-ара экологик форум уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

6-8 июндә Өфөлә халыҡ-ара экологик форум, экологик марафон һәм II «Экология. Технологиялар. Йәшәйеш» махсуслаштырылған күргәҙмәһе ойошторола. Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйылған, тип хәбәр итә Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Ҡурсаулыҡ биләмәләрен үҫтереү форумдың төп темаһы буласаҡ. «Ҡурсаулыҡлы Рәсәй — һаҡлау һәм үҫтереү» тигән пленар ултырыш ошо йүнәлешкә арнала. Программала экологик туризмдың торошо һәм мөмкинлектәре, сәнәғәт һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү, ҡалаларҙы экологик яҡтан үҫтереү, һыуҙың һәм һауаның сифаты буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялары ҡаралған.

Рәсәйҙең геофәндәр һәм геопарктар буйынса халыҡ-ара ЮНЕСКО программаһы комитеты ултырышын уҙғарыу форумдың әһәмиәтле сараларының береһе булмаҡсы.

Былтыр форумдың эшлекле сараларында һәм мәғрифәтселек программаларында 2600-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Ун бер йүнәлеште үҙ эсенә алған күргәҙмәгә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең 80 предприятиеһы үҙ экспозицияларын тәҡдим иткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть