Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡорт Пираттары» республикала следж-хоккей күрһәтәсәк

Спорт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дмитрий Слезин/. «Башҡорт Пираттары» следж-хоккей командаһы Башҡортостан ҡалаларында оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ.

Республиканың Берләшкән Хоккей федерацияһында хәбәр итеүҙәренсә, оҫталыҡ дәрестәрендә «пираттар» күрһәтмәле матч уйнаясаҡ. Барлыҡ теләүселәр уйын саналарында үҙ көстәрен һынап ҡараясаҡ.

Акцияның маҡсаты – мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең һәләтен күрһәтеү. Следж-хоккейҙың инвалид йәштәр өсөн яңы тормошҡа юллама булыуы мөмкин.

«Башҡорт Пираттары» Нефтекамала, Туймазыла, Салауатта, Стәрлетамаҡта, Учалыла, Сибайҙа, Саҡмағош ауылында, Өфөлә (Шакша) булырға ниәтләй.

25 апрелдә – Саҡмағошҡа, 29 апрелдә – Учалыға, 18 майҙа Туймазыға барыу күҙаллана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть