Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов: «Ҡытай менән инвестициялар йәлеп итеү һәм яңы предприятиелар төҙөү буйынса ысын эш алып барабыҙ»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 19 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ҡытай Халыҡ Республикаһының Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышы делегацияһының рәсми сәфәре барышында Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советында уҙған Рәсәй-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыуҙа сығыш яһаны.

Осрашыуҙа Федерация Советы Рәйесе Валентина Матвиенко, Ҡытай Халыҡ Республикаһы Бөтә Ҡытай халыҡ вәкилдәре йыйылышының Даими комитеты Рәйесе Чжан Дэцзян, Рәсәй-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте рәйесе Дмитрий Мезенцев, Ҡытай менән үҙ-ара әүҙем эш алып барған төбәк етәкселәре һәм вәкилдәре ҡатнашты.

Валентина Матвиенко һүҙҙәренсә, халыҡтарыбыҙ араһында күп йыллыҡ дуҫлыҡ йолалары Рәсәй-Ҡытай стратегик партнерлығын төҙөү өсөн ныҡлы нигеҙ булып тора. Федерация Советы башлығы Рәсәй менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһында иҡтисади үҙ-ара эш итеүҙең төрлө өлкәләрҙәге өҫтөнлөклө хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен атаны. Ике ил иҡтисадының артабанғы үҫеше өсөн Валентина Матвиенко төбәк-ара бәйләнештәрҙең ҡеүәтен тулы күләмдә файҙаланырға тәҡдим итте.

Чжан Дэцзян билдәләүенсә, Дуҫлыҡ йәмғиәте күп йылдар буйына Рәсәй-Ҡытай бәйләнештәрен нығытыу өсөн байтаҡ көс һалды. Уның әйтеүе буйынса, әлеге ваҡытта Рәсәй һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһы юғары кимәлдәге ике яҡлы килешеүгә өлгәште. Әммә дәүләт хеҙмәттәшлегенең үҫеше күбеһенсә кешелек бәйләнештәрен нығытыуға бәйле.

Осрашыуҙа тикшерелгән парламент-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса тәҡдимдәр һәм башланғыстар тәү сиратта төбәк кимәлендә оҙайлы Рәсәй-Ҡытай хеҙмәттәшлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов.

Республика көн һайын Ҡытай Халыҡ Республикаһы, шул иҫәптән «Волга-Янцзы» бизнес һәм ғилми йәмәғәт вәкилдәре менән эшләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.

-  Рәсәйҙең Волга буйы федераль округы төбәктәре һәм Янцзы йылғаһының Үрге һәм Урта ағымы провинциялары араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшсе төркөмдәребеҙ даими осрашып тора, – тине Рөстәм Хәмитов. – Бер нисә көн элек Өфөлә шундай осрашыу үтте. Июнь айында беҙ ошо мөһим эште дауам итеү һәм үҫтереү өсөн Ҡытай Халыҡ Республикаһына барабыҙ.

Быйыл Башҡортостанда I Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтар конгресы уҙа, тип хәбәр итте төбәк етәксеһе һәм Ҡытайҙағы коллегаларыбыҙҙы республикала ойошторолған форумдарҙа һәм фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү тураһында һүҙ йөрөткәндә, Рөстәм Хәмитов, Башҡортостан Ҡытай Халыҡ Республикаһының дүрт провинцияһы (Хэйлунцзян, Ляонин, Цзянси, Аньхой) һәм Чунцин ҡалаһы менән килешеү төҙөнө, тип хәбәр итте.

— Беҙ ысын эш алып барабыҙ. Ул формаль эштәр, яҙышыуҙар түгел, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Был иһә – инвестициялар йәлеп итеү, яңы предприятиелар төҙөү, яңы уртаҡ үҫеш нөктәләрен булдырыу.

Дмитрий Мезенцев Башҡортостандың Ҡытай төбәктәре менән хеҙмәттәшлек булдырыуҙағы ҡаҙаныштарын юғары баһаланы.

— Рәсәйҙең Ҡытай Халыҡ Республикаһы провинциялары менән бәйләнештәр булдырған 51 төбәге араһында һеҙ – абсолют лидер, сөнки бер төбәк тә бер юлы биш провинция менән үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында килешеү төҙөгәне булманы, – тине Рәсәй-Ҡытай дуҫлығы йәмғиәте рәйесе.

Ҡытай Халыҡ Республикаһы – Башҡортостандың төп сауҙа партнерҙарының береһе. 2016 йылда республика менән Ҡытай араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше күләме 396,8 миллион доллар тәшкил иткән, был сумманың 75 проценты (299 миллион доллар) экспорт тауарҙарына тура килә.

Республика биләмәһендә Ҡытай капиталы ҡатнашлығында ойошторолған һәм сауҙа, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, металл булмаған минераль продукттар һәм металлургия етештереүендә, файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар сығарыуҙа, урман әҙерләүҙә, күсемһеҙ милек менән операцияларҙа, төҙөлөштә һәм архитектурала, ғилми тикшеренеүҙәрҙә, финанс хеҙмәттәрҙә мәшғүл 22 предприятие эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть