Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

2017 йылдың июненән Өфөнән Геленджикка яңы рейс асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Ошо йылдың июнь айынан Өфөнән Геленджикка рейстарҙы яңы ташыусы башҡара. Маршрут буйынса самолет һәр шаршамбы республиканың баш ҡалаһынан киске 6 тула 5 минуттан осоп китә һәм 7-се 25 минутта Геленджикка барып етә. Кирегә рейстар шулай уҡ шаршамбы һайын башҡарыласаҡ, көндөҙгө 1 тула 20 минуттан оса һәм Өфөгә киске 5-кә килеп етә. Аэропорттар өсөн урындағы ваҡыт билдәләнгән, тип хәбәр иттеләр баш ҡала аэропортының матбуғат хеҙмәтендә.

Ҡалалар араһында осоу оҙайлылығы 2,5 сәғәт тәшкил итәсәк. Авиакомпания маршрутта 50 пассажирға иҫәпләнгән CRJ-200 самолетын файҙаланырға ниәтләй. Авиаташыусы рейстарҙы 14 июндән 20 сентябргә ҡәҙәр башҡарасаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте +7 (966) 260-15-09 телефоны буйынса алырға мөмкин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть