Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Төбәктә 20 градусҡаса йылыта һәм көслө ел сыға

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда 20 градусҡаса йылыта һәм көслө ел сыға. 20 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә, тип хәбәр итә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы, республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып. Урыны менән бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнсығышҡа күсеүсән, секундына 7-12 метр. Көндөҙ көсәйгәндә секундына 22 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә -2,+3, көньяҡта +8, көндөҙ +10,+15, көньяҡта +20 градус тәшкил итәсәк.

Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, төндә һәм иртәнсәк юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе, 500 метрғаса күреү мөмкинлеге фаразлана.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы граждандарға электр линиялары, ағастар һәм реклама таҡталары тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш итә.

«Йәйәүлеләр, урамда һәм юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булығыҙ. Водителдәрҙең тиҙлек режимын үтәүҙәре һорала. Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Көслө ел иҫкәндә электр тапшырыу линиялары аҫтында тороу һәм өҙөлгән электр сымдарына яҡын барыу ғүмер өсөн хәүефле», — тип граждандарға мөрәжәғәт иттеләр ведомствола.

Дауыл осоронда электр селтәрҙәре һәм ҡорамалдарҙың, йәшәгән йорттарҙа йылытыу мейестәренең торошон тикшерергә, эске һәм тышҡы янғынға ҡаршы һыу тәьминәтенең, телефон элемтәһенең төҙөклөгөн булдырырға, янғынға ҡаршы кәрәкле инвентарь әҙерләргә кәңәш ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть