Республикала 2017 йылғы Фәтих Кәрим исемендәге Әҙәби премия лауреаттарын атанылар

Республикала 2017 йылғы Фәтих Кәрим исемендәге Әҙәби премия лауреаттарын атанылар Фото: Валентина Макушева
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестивале сиктәрендә 2017 йылғы Фәтих Кәрим исемендәге Әҙәби премияһы лауреаттарын атанылар.
Премия Өфө шағирәһе, яҙыусы Фәниә Ғәбиҙуллинаға – татар әҙәбиәтен һәм Фәтих Кәримдең ижадын пропагандалау; Чебоксарҙан шағирә Светлана Азаматҡа – әҙәби ижад һәм «Илһам шишмәләре» фестиваленең идеяларын пропагандалау; Бәләбәйҙән шағирә, «Афродита» балалар шиғриәт театры етәксеһе Валентина Пашинаға – әҙәби әүҙемлек, шиғри һәләтле балалар менән әүҙем эш, «Илһам шишмәләре» фестиваленең идеяларын пропагандалау һәм танытыу; шағир, яҙыусы Фәнил Күзбәковҡа Фәтих Кәримдең ижадын өйрәнеү һәм башҡорт әҙәбиәтен пропагандалау өсөн бирелде.
Бәләбәй районы хакимиәтенең Фәтих Кәрим исемендәге Әҙәби премияһы 15-се тапҡыр бирелде. Төрлө йылдарҙа уға 62 ижадсы һәм Минзәлә ҡалаһы Драма театры (Татарстан) лайыҡ булды.
Бәләбәйҙә XVI «Илһам шишмәләре-2017» төбәк-ара шиғриәт фестиваленең лауреаттары хаҡында алдағы материалда уҡығыҙ.


