Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Ригала халыҡ байрамы — «Һабантуй» ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ригала халыҡ байрамы — «Һабантуй» ойошторола. 6 майҙа Ригалағы «Верман баҡсаһы»нда ҙур мәҙәни программа ҡаралған. Байрамды ойоштороусылар — Европалағы татар йәштәре берекмәһе һәм Латвиялағы «Шишмә» башҡорт-татар мәҙәни ойошмаһы. Һабантуйҙа Латвия, Литва, Эстония һәм Польша илдәренең башҡорт һәм татар ойошмалары ҡатнаша.

«Һабантуйҙың программаһы һәр кемдең күңеленә хуш киләсәк: Рига халҡына һәм уның ҡунаҡтарына көнсығыш йолалары менән танышыу, башҡорттарға һәм татарҙарға туған мәҙәниәтебеҙҙең матурлығын һәм ҡиммәттәрен күрһәтеү мөмкинлеге буласаҡ», — тип һөйләне ойоштороусыларҙың береһе Рәмил Ҡадиров.

Верман баҡсаһы – Ригалағы иң матур һәм ҙур парктарҙың береһе, Тербатас, Элизабетес, Ҡыҙыл Барон һәм Меркель урамдары араһында урынлашҡан. Паркта даими рәүештә концерттар уҙғарыла, балаларҙы иһә уйын майҙансыҡтары көтә.

Байрам көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Инеү ирекле. Бәйләнеш өсөн телефон: +371 26705808. Электрон почта: rk@emulators.lv.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть