Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһына Таһир Сәйфуллиндың исеме бирелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Дәүләт академия хор капеллаһына Таһир Сәйфуллиндың исеме бирелде. Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Таһир Сергеевичтың төп емеше – капелланың тыуған көнөнә арналған традицион концерт барышында рәсми рәүештә исем бирелде. Филармонияның Орган залында баш дирижер Алһыу Хәсбиуллинаның художество етәкселегендә ижади коллектив музыкаль бағышлама башҡарҙы.

Сарала А. Блоктың шиғырҙарына Дмитрий Смирновтың «Принявший мир, как звонкий дар…» хор концерты, Таһир Сәйфуллиндың репертуарынан хор әҫәрҙәре, композиторҙарҙың маэстроға бағышланған әҫәрҙәре яңғыраны. Калина Зеленина һәм Алһыу Петренко концертмейстерҙар булды.

Быйыл билдәле башҡорт хормейстеры, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт академия хор капеллаһына нигеҙ һалыусы, Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Таһир Сәйфуллиндың тыуыуына 85 йыл тулды. Дирижерҙың исеме хор коллективының барлыҡҡа килеүе, үҫешеүе һәм күтәрелеүе менән бәйле. Коллектив бына инде 50 йылға яҡын республиканың милли ғорурлығы булып ҡала. Башҡорт хормейстеры етәкселегендә Башҡортостандың хор капеллаһы Рәсәйҙең алдынғы хор коллективтарының береһе булып, республика мәҙәниәтенә уның айырылғыһыҙ өлөшө, хор оҫталығы өлгөһө булараҡ инде.

2014 йылда Өфөлә Таһир Сәйфуллиндың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйылды. Ул саҡта һәйкәл ҡуйыу өсөн 100 мең һумдан ашыу аҡсаны Таһир Сәйфуллиндың туғандары, хеҙмәттәштәре, республиканан, Мәскәүҙән һәм башҡа ҡалаларҙан уның ижадын һөйөүселәр йыйҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть