Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86 ↑

EUR 70.79 ↓

20 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында Марсель Сәлимов юмор һәм сатира дәресе уҙғарҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөнөң Үҙәк ҡала китапханаһында Сергей Михалков, Владимир Гиляровский (Рәсәй), «Алеко» (Болгария) һәм Николай Гоголь (Украина) исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты, Халыҡ-ара Юмор һәм сатира йорто индульгенцияһы (Габров), «Рәсәйҙең алтын ҡаурыйы» һәм «Рустың көмөш ҡаурыйы» кеүек маҡтаулы исемдәр эйәһе Марсель Сәлимовтың (Мар.Сәлим) ижад кисәһе үтте. Китапханасы Азат Абдрафиҡов хәбәр итеүенсә, баш ҡала китапханаһының лекциялар залында Өфөнөң 97-се мәктәбе уҡыусылары һәм Башҡорт социаль технологиялар институты студенттары йыйылды.

Тамашасылар шағир-мәҙәксенең мәрәкәләренә ихлас көлөп, ҡул сапты, уның шиғырҙарын уҡыны һәм ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙе. Йәш уҡыусылар өсөн был осрашыу көлкө көнө генә түгел, ә үҙенсәлекле юмор һәм сатира дәресе лә булды. Дөрөҫ һәм тапҡыр яуаптар өсөн йәштәр «Һәнәк» журналының фирма билдәләре менән бүләкләнде. Был редакцияла Марсель Сәлимов 40 йыл самаһы, шуның 30-ын баш мөхәррир булып эшләне. Хәҙер ул ошо баҫманың редколлегия ағзаһы.

Яҙыусы республика, Рәсәй һәм сит илдәр буйлап үҙенең ижади турнеһы менән таныштырҙы. Төрлө әҙәби-мәҙәни сараларҙа белем биреү йорттары студенттары һәм уҡыусылары уның рус, татар, сыуаш, яҡут, болгар, инглиз һәм япон телдәренә тәржемә ителгән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Марсель Сәлимовтың «Ҡарлы мөхәббәт» шиғырына йырҙың видеоклибы күрһәтелде.

Марсель Сәлимовтың ижад кисәһендә ҡатнашҡан «Һәнәк» журналының өлкән мөхәррире Әнүәр Тереғолов йәш уҡыусыларға юмористик журнал таратты. Ә башҡорт сатираһы аҡһаҡалы Мар.Сәлим Үҙәк ҡала китапханаһына үҙенең рус һәм болгар телдәрендә сыҡҡан юмористик әҫәрҙәр йыйынтыҡтарын, инглиз телендә «The bird’s milk» («Птичье молоко») тигән яңы китабын бүләк итте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть