Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

17 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт Википедияһы вәкиле «Ҙур Урал-2017» халыҡ-ара туристик форумында ҡатнашты

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Екатеринбург-ЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмәләр үҙәгендә «Ҙур Урал-2017» V халыҡ-ара туристик форумы уҙҙы. Унда Рәсәй Федерацияһы һәм Свердловск өлкәһенең власть органдары вәкилдәре, мәғлүмәт-туристик үҙәктәре етәкселәре, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең алдынғы белгестәре, эске туризм өлкәһендәге туроператорҙар ҡатнашты.

Форумға Википедияның Рәсәй ирекмәндәре саҡырылғайны. Викиделегация составында Свердловск, Киров, Ҡурған өлкәләренең вәкилдәре менән бергә Башҡортостандан Башҡорт Википедияһы администраторы Зөфәр Сәлихов та булды. Пленар ултырышта «Викимедиа РУ» энциклопедик белемде таратыуға булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ вәкиле Николай Литвинов сығыш яһаны. Ул Уралды популярлаштырыуҙа бөтә донъя энциклопедияһының роле хаҡында һөйләне һәм «Вики — Урал» халыҡ-ара конкурсының тәүге этабы еңеүселәрен бүләкләне. Башҡорт Википедияһы ирекмәндәре яулаған алты бүләк Зөфәр Сәлиховҡа тапшырылды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть