Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт журналисы Рәсүл Сәғитовтың алтынсы китабы донъя күрҙе

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов /. Башҡортостандың «Китап» нәшриәтендә билдәле журналист, яҙыусы, тәржемәсе Рәсүл Сәғитовтың «Словом красен человек» исемле китабы сыҡты. Был уның радиожурналистика буйынса мәҡәләләр йыйынтығынан торған алтынсы китабы. Унда шулай уҡ ижтимағи-сәйәси тематика буйынса актуаль материалдар һәм еңелсә юмор жанрындағы ҡыҫҡа хикәйәләр тупланған.

Автор раҫлауынса, журналист әйткән, әйтмәгән йәки әйтеп бөтөрмәгән һүҙҙәре өсөн дә яуаплы. Рәсүл Сәғитов фекеренсә, был һөнәрҙең үҙенсәлеге шундай. Ул даими, тотороҡло үҫеште, аң даирәһен киңәйтеүҙе, үҙ-үҙеңде камиллаштырыуҙы, хатта фиҙакәрлекте талап итә. «Русса ла яҙам, — ти автор, — шул арҡала тел минең өсөн үткерерәк асыла, һүҙҙе тотоп ҡарағандай һиҙә башлайым».

Рәсүл Сәғитов – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар, Яҙыусылар союздары, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның «Юлдаш» радиоканалында ижтимағи-сәйәси программалар бүлеген етәкләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть