Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан Яҙыусылар союзында рәйес һайланды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Яҙыусылар союзы йәмәғәт ойошмаһының 157 ағзаһы ҡатнашлығында дөйөм йыйылыш үткәрҙе. Унда күпселек тауыш менән идараның яңы рәйесе һайланды, ул ойошманың алдағы биш йылдағы эшмәкәрлеге өсөн яуап бирәсәк. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты доценты Зәки Әлибаев өсөн 121 кеше тауыш бирҙе.

Бөгөнгә республиканың яҙыусылар ойошмаһында 263 ағза — яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәтселәр. Яҙыусылар союзында поэзия һәм балалар әҙәбиәте, проза, әҙәби тәнҡит, драматургия секциялары бар, әҙәби мираҫ буйынса комиссиялар эшләй. Йыл һайын яҙыусылар йыйылышы уҙғарыла, унда әҙәби тормош мәсьәләләре, яңы әҫәрҙәр, ижади проблемалар тикшерелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть