Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.89 ↑

EUR 76.05 ↓

17 август, Йома

Уфа   °

Республиканың «Кружева» ансамбле Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ҡаҙағстандың Шымкент ҡалаһында Халыҡ-ара бейеү конкурсы дипломанты булды. Коллектив М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләй. Ансамбль «Сәскә ат, илем!» тигән башҡорт бейеүен башҡарып, 320 мең тәңкәлек сертификат алды.

«Бөтә коллективтар ҙа яҡшы сығыш яһаны, беҙ ҙә республика мәҙәниәтен лайыҡлы күрһәттек. Әлбиттә, аҡсаны фестивалдәргә йөрөү өсөн тотонорға ниәтләйбеҙ», — тине коллектив етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева.

Шымкент ҡалаһында төрки донъяһының Халыҡ-ара бейеү конкурсы «Төркөстан – Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы» программаһы сиктәрендә үтте. Үҙәк Азияла тәүге тапҡыр ойошторолған конкурста 15 илдән 19 дәүләт бейеү коллективтары ҡатнашты. Халыҡ-ара жюри ансамблдәрҙең сығыштарын бер нисә категория буйынса баһаланы. Гран-приҙы — Төркиә ансамбле, беренсе урынды Азербайжан коллективы яуланы.

Киләсәктә ошо конкурсты төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаларында йыл һайын уҙғарырға ниәтләйҙәр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть