Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.70

EUR 75.24

18 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм Сочи ҡала-курорты башлығы Анатолий Пахомов ҡул ҡуйҙы.

Муниципалитетта билдәләүҙәренсә, килешеү үҙ-ара файҙалы проекттар әҙерләүгә, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарын, инвестиция һәм инновация эшмәкәрлеге өлкәһендә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса тәжрибә алмашыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ килешеү бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм үҫтереүгә ярҙам итер, тип көтөлә.

Әле Өфөнөң бер нисә туғандаш ҡалаһы бар: Астана, Анкара, Галле, Шэньян, Цицикар, Наньчан һәм Хэфэй. Бынан тыш, Силәбе һәм Ҡазан менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть