Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бүрәт театрында башҡорт яҙыусыһының повесы буйынса спекталь сәхнәләштерелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бүрәт академия драма театрында башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса «Аба эжын ургынууд» спектакленең репетициялары башланды. Ҡуйылыш өҫтөндә эшләү өсөн М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев саҡырылған.

Айгиз Баймөхәмәтовтың автобиографик повесы яҙмыш ҡушыуы буйынса балалар йортона эләккән балалар тураһында. Повесть буйынса инсценировканы драматург Әнгизә Ишбулдина яҙған. Бүрәт теленә Бүрәт Республикаһының атҡаҙанған артисы Дабацу Юндунова тәржемә иткән.

«Ҡатмарлы тормош хәлендә ҡалған балалар тураһында тарих бүрәт сәхнәһендә яңыса яңғыраш һәм яңы мәғәнә аласаҡ. Бүрәттәр элек-электән етемһеҙ халыҡ тип иҫәпләнгән, балаларҙы тәрбиәгә алыу йолаһы ҙур ҡаҙаныш булған. Етемде тәрбиәгә алыу тәбиғи һәм абруйлы һаналған, шуға күрә һуңғы йылдарҙа балалар йорттарында бүрәт милләтле балаларҙың күбәйеүе бөтә халыҡ өсөн фажиғә булды», — тип хәбәр иттеләр театрҙың матбуғат-хеҙмәтендә.

Спектаклдең премьераһы 14-15 апрелгә билдәләнгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт академия драма театрында «Хыялға ҡаршы» спектакле сәхнәләштерелгәндән һуң Бүрәт театры директоры Эржена Жамбалова Илсур Ҡаҙаҡбаевҡа театрҙа спектакль ҡуйырға тәҡдим итте. 2016 йылдың сентябрендә Бүрәт Республикаһының баш ҡалаһы Улан-Удэла үткән III «Алтан сэргэ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивалендә башҡорт коллективының эше ике махсус премияға лайыҡ булды: «Хәҙерге милли прозаға мөрәжәғәт иткән һәм яңы театр телен эҙләгән өсөн» һәм «Иң яҡшы актерҙар ансамбле».

Теги: театрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть