Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Мәскәүҙә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» фильмының презентацияһы үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 22 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Мәскәүҙә, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Рудольф Нуриев. Хыялындағы утрау» тулы метражлы документаль фильмының презентацияһы уҙҙы. Картинала 20 быуаттың бөйөк бейеүсеһе һәм хореографы Рудольф Нуриевтың Төркиә менән бәйле тормошо хаҡында бәйән ителә. Бейеүсе унда үҙ йорто, утрауы хаҡында хыялланған. «Аҡ фил-2017» Кино белгестәре һәм тәнҡитселәре гильдияһы премияһының махсус бүләгенә лайыҡ булған фильмды күрһәтеүҙә уның авторҙары — ҡуйыусы-режиссер Евгения Тирдатова, монтажлау режиссеры Борис Мнухин, продюсерҙарҙың береһе Константин Серебряков ҡатнашты.

«Аҡ тирмә» башҡорт мәҙәни үҙәге әүҙемселәре ойошторған сараға яҡташтар, журналистар, артистар, студенттар, шулай уҡ Рудольф Нуриевтың тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәр йыйылды. Евгения Тирдатова һөйләүенсә, Өфөлә Нуриевтың бала сағы һәм үҫмерлек осоро тураһында уйын фильмы сценарийы өҫтөндә эшләгәндә ошондай фекер тыуа. Ул материалдар эҙләгәндә Төркиәлә төшөрөлгән видеоға юлыға. 2016 йылда ошо материалдарға таянып легендар шәхес Рудольф Нуриевтың тормошо хаҡында фильм төшөрөлә. Таҫма уның хыялы — Төркиәлә үҙенә утрау һатып алыу, унда йорт һалыу хаҡында бәйән итә. Уның ошо көнсығыш иленә тартылыуының сәбәбе ниҙә? Авторҙарҙың яуабы ябай: бейеүсенең атаһы — башҡорт, әсәһе — татар, шуға күрә Рудольф бәләкәйҙән үк туған мосолман мәҙәниәтен үҙенә һеңдергән, һәм Төркиә рухы уға яҡын булған. Ул сит ерҙәрҙән ял итеү, үҙен «өйөндәгеләй» итеп тойоу өсөн йылына бер нисә тапҡыр Төркиәгә барған. Тыуған иленә — СССР-ға уға юл ябыҡ булған. Фильм Рудольф Нуриев менән яҡындан аралашҡан кешеләр менән интервьюларҙы, шулай уҡ элек күрһәтелмәгән архивтарҙан видеоларҙы үҙ эсенә ала. Кинотаҫма артистың һуңғы йылдарына тиклемге юлын күҙәтергә мөмкинлек бирә. Фильм тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте сайтта табырға мөмкин.Таҫма авторҙары бөйөк яҡташыбыҙ тураһында уйын фильмын төшөрөү өҫтөндә эшләй, тип хәбәр итте Башҡортостандың Мәскәүҙәге тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең матбуғат үҙәге етәксеһе Гөлсәсәк Ханнанова.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть