Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Башҡорт дәүләт педагогия университеты ансамбле Ҡаҙағстанда Науруз байрамында ҡатнаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбле Науруз байрамының халыҡ-ара программаһы сиктәрендә Ҡаҙағстанда сығыш яһай. Етәксеһе — Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ольга Андреева. Коллектив сарала Ҡаҙағстан Мәҙәниәт министрлығының саҡырыуы буйынса ҡатнаша. Өфө ансамбле байрамды асыу тантанаһында «Сәскә ат, илем!» тигән башҡорт бейеүен башҡара. Шулай уҡ алдағы көндәрҙә сәнғәт оҫталарының гала-концертында, бейеү конкурсында ҡатнашыу ҡаралған.

Байрам саралары Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһендәге тарихи Төркөстан ҡалаһында уҙа. Унда бөтә донъянан артистар, ғалимдар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша, мәҙәни алмашыу тормошҡа ашырыла һәм халыҡ-ара үҙ-ара килешеп эш итеү нығына. Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Азербайжан, Төркиә, Молдова, Румыния, Сербия, Македония һәм башҡа илдәр, шулай уҡ Рәсәй төбәктәре — Татарстан, Алтай, Сыуашстан, Тыва коллективтары майҙан буйлап атлай. Шулай уҡ төрлө этностарҙың мәҙәниәтен һәм сәнғәтен сағылдырған күргәҙмәләр, спорт уйындары ойошторолған. Көн дауамында тарихи музейға барыу, «Төркөстан һәм төркиәт» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашыу ҡаралған. Байрам асыҡ һауала гала-концерт менән тамамлана.

2017 йылда Төркөстан ҡалаһы төрки донъяһының Мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителде. Науруз байрамы проекттың бай мәҙәни программаһына старт бирә. Йыл буйына бында фестивалдәр, концерттар, күргәҙмәләр, ижади лабораториялар һәм башҡа мәҙәни проекттар уҙғарыу күҙаллана. Төркөстан Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһенең административ үҙәге Шымкенттан 180 саҡрым төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан. Ул Ҡаҙағстандың рухи баш ҡалаһы титулына дәғүә итә. Данлыҡлы ҡаҙаҡ шағиры һәм суфый Хужа Әхмәт Йәссәүиҙең мавзолейы — 1500 йыллыҡ тарихы булған ҡаланың төп ғорурлығы. Бөгөн Төркөстан бөтә донъя мосолмандары араһында билдәле ҡала, туристик үҙәк булып тора. Яңыраҡ ҡаланың төп биҙәге ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть