Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

«Башпромбанк» бренд булараҡ эшләүҙән туҡтай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Төбәктәге «Башпромбанк» бренд булараҡ эшләүҙән туҡтай. Банкта «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, 28 апрелдә «Башпромбанк»ты «Уралсиб» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә ҡушыу процесын тамамлау күҙаллана. Банк «Уралсиб» составында һәм бренды аҫтында эшләүен дауам итәсәк.

«Башпромбанк» клиенттары өсөн кредиттар, ипотека һәм вкладтар буйынса бөтә шарттар клиенттарҙың килешеү срогы тамамланғансы һаҡлана, тип аңлатма бирҙеләр банкта.

«Башҡортостан сәнәғәт банкы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте — ҙур булмаған ситтән тороп хеҙмәтләндергән төбәк банкы. Тулыһынса тиерлек «Уралсиб» банкы контроле аҫтында. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — физик берәмектәрҙе кредитлау.

Финанс учреждениеһы үҙенең аҡсаһы иҫәбенә, шулай уҡ банк-ара кредиттар йәлеп итеү юлы менән капитал туплай.

2014 йылда «Уралсиб» банкы асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһының «Башпромбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендәге устав капиталының 49,99996 процент өлөшөн һатып алыу буйынса килешеүҙе тамамланы. Килешеү һөҙөмтәһендә «Уралсиб» Башпромбанк акцияларының 100 процентын тиерлек үҙендә тупланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть