Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Наталья Водянова фонды республикала уйын комплекстары төҙөйәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Сибай һәм Күмертау ҡалаларында балалар өсөн яңы уйын комплекстары барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың төҙөлөшөн Рәсәй супер-моделе һәм актриса Наталья Водянова ойошторған «Асыҡ йөрәктәр» балаларға ярҙам итеү фонды үҙ өҫтөнә ала.

Сибай һәм Күмертау 2017 йылда «Мәғәнәле уйындар» программаһы сиктәрендә уйын парктары һәм майҙансыҡтары төҙөү конкурсында еңеүселәр исемлегенә инде. Уның һөҙөмтәләре буйынса фонд Рәсәйҙең 17 ҡалаһында яңы уйын объекттары төҙөйәсәк.

«Барлыҡ балалар өсөн уйын – ул зиннәтлек түгел, ә кәрәкле нәмә һәм һәр балаға уйындар өсөн хәүефһеҙ шарттар булырға тейеш, тип ышанабыҙ», — тип хәбәр ителә шәфҡәт күрһәтеүселәрҙең рәсми сайтында. Бөгөнгө көнгә 177 уйын объекты төҙөлгән, шул иҫәптән Учалыла һәм Нефтекамала.

Йыл һайын «Мәғәнәле уйындар» программаһы сиктәрендә фонд Рәсәйҙең бөтә төбәктәренән тиерлек төрлө ҡала хакимиәттәренән һәм махсус учреждениеларҙан бихисап ғариза ҡабул итә.

«Асыҡ йөрәктәр» балаларға ярҙам итеү фонды – 2004 йылда Наталья Водянова Рәсәйҙә һәм унан ситтәге балаларға ярҙам итеү маҡсаты менән ойошторған хәйриә ойошмаһы. Әлеге көндә фонд ике төп йүнәлеш буйынса эш алып бара: «Һәр бала ғаиләгә лайыҡ» (үҫештәрендә айырымлыҡтары булған балалар тәрбиәләгән һәм күңелдәре тиҙ кителә торған бындай үҙенсәлекле ғаиләләр өсөн буш ярҙам күрһәтеү системаһын булдырыу) һәм «Мәғәнәле уйын» (балалар өсөн инклюзив уйын парктары һәм майҙансыҡтары төҙөү).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть