Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡурай байрамы Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 16 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Ҡурай байрамы» Рәсәй төбәктәре буйлап үҙенең сәйәхәтен дауам итә. Март айында Башҡортостандың ижади коллективы Пермь крайында, Ҡурған, Төмән һәм Свердловск өлкәләрендә сығыш яһай. 23 мартта фестиваль Пермь крайының Барҙы ауылы Мәҙәниәт һәм ял итеү үҙәгендә үтә. 24 мартта байрамды Сафакүл ауылы, 25 мартта – Ҡурған ҡалаһы, 26 мартта Ҡурған өлкәһенең Шадринск ҡалаһы ҡабул итә.

28-29 мартта фестиваль Төмән өлкәһендә билдәләнгән. Байрам Свердловск өлкәһендә тамамланасаҡ: 30 мартта сара – Түбәнге Тагилда, 31 мартта Екатеринбургта үтә.

Ҡурай байрамы сиктәрендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты көнүҙәк тарих һәм мәҙәниәт мәсьәләләрен, урындарҙа башҡорт этносын артабан үҫтереү перспективаларын тикшереү өсөн тарихсыларҙы, этнографтарҙы, генеалогия өлкәһе белгестәрен йәлеп итеп, түңәрәк өҫтәл уҙғарырға ниәтләй. Шулай уҡ урындағы Башҡорт ҡоролтайының киңәйтелгән ултырышы ойоштороласаҡ.

Ошо уҡ майҙансыҡта «Башҡортостан» киностудияһының фильмдары күрһәтеләсәк. Тамашасылар «Әсе бал», «Күңел йыры», «Тере шишмә» исемле документаль таҫмаларҙы һәм «Ай һәм Урал тауҙары нисек барлыҡҡа килгән» анимация фильмын ҡарай аласаҡ.

Ҡурай байрамы ҙур концерт менән тамамланасаҡ. Унда Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов һәм Римма Амангилдина, Рәсәй Федерацияһы Ҡурайсылар союзы рәйесе Артур Ғайсаров, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Марсель Ҡотоев, «Арғымак» этно-рок төркөмө һәм Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ музыка ҡоралдары оркестры сығыш яһаясаҡ.

Проектты ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть