Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университетының яңы туғыҙ ҡатлы уҡыу-уҡытыу корпусы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетының яңы уҡыу-уҡытыу корпусы асылды. Ул Туҡай урамында урынлашҡан. Уның майҙаны – 14395,20 квадрат метр. Туғыҙ ҡатлы бинала өс факультет – география, тарих, философия һәм социология факультеттары, шулай уҡ Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты урынлашасаҡ.

Бынан тыш, яңы бинала 120 урынлыҡ һигеҙ лекция амфитеатры, ике спорт залы (бәләкәй һәм ҙур), уҡытыусылар өсөн бүлмәләр, китапхана бүлеге урынлашҡан. Башҡорт дәүләт университетының яңы уҡыу-уҡытыу корпусын төҙөгәндә заманса технологиялар һәм материалдар ҡулланылған.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә иҫкә төшөрөүҙәре буйынса, 1998 йылдың мартында Башҡортостан Республикаһы Президенты «Концерн БЭТО» бинаһын Башҡорт дәүләт университетына тапшырыуы хаҡындағы указға ҡул ҡуйған. 2006 йылда К.Маркс урамы, 3/4 адресы буйынса «Гуманитар» исеме алған «К» корпусы (дөйөм майҙаны 8800 квадрат метр) файҙаланыуға тапшырылды. Хәҙерге «И» корпусын йүнәтеү буйынса төп эштәр Федераль адреслы инвестиция программаһы буйынса федераль ҡаҙнанан финанслау алғас (Башҡорт дәүләт университетының бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан өҫтәмә финанслауы менән) 2011 йылда башланды.

«И» корпусын реконструкциялау – Башҡорт дәүләт университетының һуңғы ун йылдағы иң эре инфраструктура проекты. Һуңғы ҙур төҙөлөш эшен юғары уҡыу йорто 1972 йылда алып бара, ул саҡта физика-математика корпусы төҙөлә. Әгәр физика-математика корпусының дөйөм майҙаны 15 мең квадрат метр самаһы тәшкил итһә, заманса «К» һәм «И» корпустарының майҙаны ике тапҡырға тиерлек күберәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть