Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы коллективын яңы етәксе менән таныштырҙылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 14 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры вазифаһына Рөстәм Зәрәфетдинов тәғәйенләнде. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хеҙмәткәрҙәрен яңы етәксе менән Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Максим Михайлов һәм Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов таныштырҙы.

Рөстәм Зәрәфетдинов – билдәле тележурналист. 2015 йылдың июненән алып Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың матбуғат секретары вазифаһын биләне.

Белешмә. Рөстәм Зәрәфетдинов 1982 йылда тыуған. Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультетын тамамлаған. 2006 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында махсус хәбәрсе, «Яңылыҡтар-Башҡортостан. Аҙна яңылыҡтары» аҙналыҡ тапшырыуҙар алып барыусыһы, «Яңылыҡтар FM- Өфө» радиостанцияһы алып барыусыһы булып эшләй. 2007 йылда «ТЭФИ-Төбәк» бөтә Рәсәй телевизион конкурсы финалсыһы була һәм Федераль матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса агентлығы грантын яулай. Шул уҡ йылда «Рәсәй» телеканалының мәғлүмәт хеҙмәтен етәкләй. Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының Башҡортостан филиалы директоры һәм баш мөхәррире булып эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть