Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Ғәлим Яҡупов яңы вазифаға тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 13 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Ғәлим Яҡупов Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Тейешле бойороҡҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ҡул ҡуйҙы. Ғәлим Яҡупов республикала электрон киң мәғлүмәт сараларын үҫтереү мәсьәләләренә яуаплы буласаҡ.

Белешмә. Ғәлим Миңлеғәли улы Яҡупов 1972 йылдың 3 сентябрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Профессиональ журналист.

1993 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында мөхәррир вазифаһында эш башлай.

2000-2004 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы генераль директоры урынбаҫары – радиотапшырыуҙар студияһы директоры булып эшләй.

Һуңынан Новосибирскиға эшкә китә, унда «Новосибирск» бөтә Рәсәй телерадиотапшырыуҙар компанияһы» («Новосибирск» дәүләт телерадиокомпанияһы) федераль дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы филиалы директоры булып эшләй.

2007-2010 йылдарҙа «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры урынбаҫары була.

2010 йылдың декабренән – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары.

2011-2017 – «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһы директоры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть