Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.12 ↑

EUR 70.63 ↑

24 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда «Бабич» исемле тарихи фильм прокатҡа сыға

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 10 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда «Бабич» тарихи нәфис фильмы прокатҡа сыға. Премьера 19 апрелдә «Родина» кинотеатрында була. Төбәктә күрһәтеү апрель-май айҙарына билдәләнгән. «Родина» кинотеатрында картина ике тапҡыр: көндөҙ уҡыусылар һәм кисен сәғәт 7-лә теләгән һәр кем өсөн күрһәтелә.

Ошо көндәрҙә «Йәнле таҫма» кинокомпанияһы бөйөк башҡорт шағиры, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич тураһында фильм өҫтөндә эшен тамамлай. Уның туранан-тура ҡатнашыуы 1919 йылда Рәсәй тарихында беренсе автономиялы республика ойошторолоуға йоғонто яһаны. Фильм шәхси бағыусылар аҡсаһын йәлеп итеп, республика Башлығы грантына Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында төшөрөлдө.

Фильмда төп ролде Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Илгиз Таһиров башҡарҙы. Проект республикалағы күп кенә мәҙәниәт учреждениеларын йәлеп итте. Республика театрҙары һәм музейҙары Граждандар һуғышы осорондағы әйберҙәр, декорациялар менән ярҙам итте, Өфөләге «1-се башҡорт атлы полкы», «190-сы Очаков полкы», «Росстань» кеүек хәрби-тарихи патриотик клубтар фильм төшөрөүҙә әүҙемлек күрһәтте.

«Фильмда 80-дән ашыу актер ҡатнашты. Проект рәссамдары көсө менән 50-нән ашыу декорация ҡоролдо, Өфө, Троицк, Ырымбур, Силәбе, башҡа ҡала һәм ауылдарҙы күҙ алдына килтереү өсөн 200-ҙән күберәк  компьютер графикаһы кадрҙары файҙаланылды», — тине фильмдың башҡарма продюсеры Леонид Филинов.

Төп ролдәрҙе Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллин, Риф Сәйфуллин, Зөлфәр Әхмәтов, Алина Ғәлиева, Руслан Хайсаров, Артур Ишмөхәмәтов уйнаны. Фильмдың ҡуйыусы-режиссеры — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Булат Йосопов. Проекттың ижади етәксеһе — З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссура һәм актерлыҡ оҫталығы кафедраһы мөдире, профессор Таңсулпан Бабичева. Сценарий авторҙары — Игорь Моратов ҡатнашлығында Таңсулпан Бабичева, Гөлсәсәк Саламатова, ҡуйыусы-рәссамы — Рөстәм Баймөхәмәтов, ҡуйыусы-операторы — Дамир Ғәйетҡолов, композиторы — Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ришат Сәғитов.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть