Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.48 ↓

EUR 71.96 ↑

21 май, Шишәмбе

Уфа   °

Композитор Рим Хәсәнов шағир Назар Нәжмиҙең ижадына арналған күләмле презентация әҙерләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 9 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан ижадына бағышланған күләмле презентация әҙерләнә (1918-1999). Был хаҡта «Башинформ» агентлығына проект етәксеһе — бөгөн үҙенең 70 йәшен билдәләгән танылған композитор Рим Хәсәнов хәбәр итте.

«Проект «100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Назар Нәжмиҙең хәтерен мәңгеләштереү» тип атала. Унда ике DVD-дискта шағирҙың 100-ҙән кәм булмаған әҫәрҙәрен — шиғырҙарын, поэмаларын, драмаларын, Башҡортостан, Татарстан, Финляндия артистары башҡарыуында йырҙарын туплайбыҙ», — тип һөйләне Рим Мәхмүт улы.

Проектҡа минең Назар Нәжми менән берлектә ижад ителгән «Өфө йүкәләре» һәм «Ҡышҡы романс» йырҙары ла индерелә, тип аңлатма бирҙе маэстро.

Проект Башҡортостан Башлығының 900 мең һум күләмендәге грантына эйә булды. Презентация 2018 йылдың яҙында тамашасыларға тәҡдим ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть