Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Һуҡырҙар өсөн республика китапханаһында Салауат Низаметдиновҡа мемориаль мөйөш асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 3 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөләге Һуҡырҙар өсөн республика китапханаһында Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә мемориаль мөйөш булдырылған. Бөгөн, уның тыуыуына 60 йыл тулған көндә, Башҡортостанда композиторҙы иҫкә алыу акциялары ойошторола.

Бында үҙе уйнаған пианино, Вера Фролованың майлы буяу менән яһалған тәүге портреты, «Ай тотолған төндә» операһына Брайль шрифты менән тултырған нота дәфтәрҙәре ҡуйылған. Салауат Низаметдинов тураһында китаптар күргәҙмәһе асылған. Интернетта һәм китапхананың сайтында «Салауат Низаметдинов иҫтәлегенә» тигән мемориаль виртуаль китап күргәҙмәһе бар.

«Ул бөтә ижади ғүмере буйына һәм һуңғы көнөнә тиклем әүҙем уҡыусыбыҙ һәм китапхананың дуҫы булды. Классик әҫәрҙәр, йәш шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡырға яратты, балалары өсөн мәктәп программаһында ҡаралған китаптар ала ине. Ул уҡыған осорҙа китапханасылар уҡыу материалдарын ҡысҡырып уҡый торғайны. Танылыу яулағас, уҡыусылар өсөн бында уның ижад кисәләре ойошторолдо. Йырҙары, симфоник оркестр өсөн әҫәрҙәре тауышлы вариантта нәшер ителгән», — тип һөйләнеләр һуҡырҙар өсөн китапханала.

2003 йылда китапхана һуҡыр композиторҙың ижадына арналған «Күтәрелеш» тигән тәүге электрон китап баҫтырып сығарҙы. Композиторҙың 50 йәшлек юбилейына «Маэстро-50» электрон тулы текслы биобиблиографик күрһәткес донъя күрҙе. Уҡыусы һәм композиторҙың артабанғы, 55 йәшлек юбилейы уңайынан китапханала «Һынмаған нота» күрһәткесе нәшер ителде. 2013 йылда Брайль шрифтында һәм тауышлы форматта С.Низаметдиновтың Виктория Симонова менән бергә яҙылған «Салауат. Асыҡтан-асыҡ һөйләү» исемле хәтирәләр китабы сыҡты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть