Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.78 ↑

EUR 73.97 ↓

21 август, Шаршамбы

Уфа   °

исемлек | ҡыҫҡаса | тулыраҡ
Көн мәғлүмәттәре

Башҡортостан реаль эш хаҡы буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй

Статистика мәғлүмәттәре буйынса, 2019 йылдың ғинуарынан июлгә тиклем Башҡортостан реаль эш хаҡы буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды алды һәм иҫәпләнгән хеҙмәт хаҡы буйынса бишенсе урында өсөнсөгә күтәрелде.

Иҡтисад

Республикала депутаттар мәктәптәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы сикләргә теләй

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары мәктәптәрҙә кеҫә телефондарын ҡулланыуҙы сикләү буйынса тәҡдимдәр әҙерләй башланы. «Бөгөн һәр кемдең тиерлек смартфоны бар.

Йәмғиәт

Башҡортостанда биш йәшлек ҡыҙыҡайҙың өҫтөнә шкаф ауған, бала үлгән

Стәрлетамаҡта бәхетһеҙ осраҡ арҡаһында биш йәшлек ҡыҙыҡайҙың ғүмере өҙөлгән. «Башинформ» агентлығына сығанаҡ хәбәр итеүенсә, ҡыҙыҡай алты йәшлек ағаһы менән бүлмәлә уйнап йөрөгән.

Хәл-ваҡиғалар

Республикала милли проект сиктәрендә юлдар һалыуға һәм төҙөкләндереүгә 8,2 миллиард һум тотоналар

2019 йылда Башҡортостан «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яҡынса 8,2 миллиард һум тотона, шуның 4,7 миллиарды федераль бюджеттан күсерелә.

Иҡтисад

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе «Һайла, Өфө!» фотоконкурсында ҡатнашырға саҡыралар

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Һайла, Өфө!» фотоконкурсы башланды. Һәр кемдең биш шәп бүләктең береһен отоу мөмкинлеге бар: төп приз — iPhone XS, шулай уҡ бүләк фондында: iPad, Apple Watch смарт-сәғәте, смарт-телевизор һәм Power Bank.

Сәйәсәт

«Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары Мәскәүҙә кинофестивалдәрҙә ҡатнаша

Булат Йосоповтың «Бабич» һәм «Беренсе республика» фильмдары Мәскәүҙә кинофестивалдәрҙә ҡатнаша.

27 августа — 3 сентябрҙә ике фильм да Мәскәү өлкәһенең Дзержинский ҡалаһында «Мөхәббәр һәр йөрәктә» халыҡ-ара кинофестиваленең конкурс программаһында күрһәтелә.

Мәҙәниәт

Григорий Невоструев Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев үҙ вазифаһын ҡалдырҙы. Был хаҡта «Коммерсант в Башкортостане» яҙып сыҡты.

Сәйәсәт

Башҡортостанда бер тәүлек эсендә 100 мең тоннанан ашыу иген йыйылған

Башҡортостанда көндәрҙең йылы һәм ҡоро ҡоро тороуы төбәк аграрийҙарына урып-йыйыу темптарын арттырырға мөмкинлек бирҙе. Уҙған тәүлектә республикала 54 мең гектар иген һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары һуғылған, 100 мең тоннанан ашыу ашлыҡ йыйылған.

Иҡтисад

Фәрит Ғилманов — республиканың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыусы

Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры вазифаһын башҡарыу бурысы министрҙың беренсе урынбаҫары вазифаһын биләгән Фәрит Ғилмановҡа йөкмәтелде.

Йәмғиәт

Башҡортостанда 400-ҙән ашыу дәғүәсе «Айыҡ ауыл» исеме өсөн көрәшә

Башҡортостандың район хакимиәттәре «Райондың айыҡ ауылы» исеменә дәғүәселәрҙе билдәләне. 19 авгусҡа беренсе этапта ҡатнашыусылар һаны 417-гә етте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғаризаларҙың иң күбе Илеш районынан килгән — 22 ауыл.

Йәмғиәт

«Башавтотранс» республиканың 14 район үҙәге менән бәйләнеште тергеҙҙе

Башҡортостанда бөтә район үҙәктәре Өфөгә транспорт бәйләнеше менән тәьмин ителде. «Башавтотранс» 14 район үҙәгендә — Архангелдә, Раевкала, Асҡарҙа, Баҡалыла, Яңы Балаҡатайҙа, Иҫке Собханғолда, Дәүләкәндә, Йәрмәкәйҙә, Үрге Йәркәйҙә, Ишембайҙа, Николо-Березовкала, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Стәрлебашта һәм Саҡмағошта туҡтатылған маршруттарҙы тергеҙҙе.

Иҡтисад

«Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға миллион һум тапшырыла

Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» кинофестивалендә Гран-при яулаусыға иҫтәлекле һын һәм миллион һум тапшырыла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 24-27 августа Өфөлә IV «Көмөш Аҡбҙат» халыҡ-ара фестивале уҙа.

Мәҙәниәт

Өфөлә 1 сентябрҙә 15 меңдән ашыу беренсе класс уҡыусыһы мәктәпкә бара

Өфөлә 1 сентябрҙә 122 мең уҡыусы мәктәпкә бара — уҙған йыл менән сағыштырғанда дүрт мең балаға күберәк, тип хәбәр итте ҡаланың Мәғариф идаралығы начальнигы Елена Хаффазова бөгөн мэриялағы оператив кәңәшмәлә.

Йәмғиәт

Республикала алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары ике тапҡырға кәмегән

Тәүге ярты йыллыҡта Башҡортостанда 343 кеше химик этиологиялы киҫкен ағыуланыуҙан һәләк булған. 2019 йылдың ғинуар-июль айҙарында «Роспотребнадзор»ҙа ошондай 1618 осраҡ теркәлгән.

Йәмғиәт

Башҡортостанда алыҫтағы Айытмәмбәт ауылында яңы мәктәпте төҙөү тамамлана

Архангел районының 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән Айытмәмбәт ауылында подрядсылар яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлөшөн тамамлай. Ул 60 урынлыҡ мәктәпте һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштерә.

Иҡтисад

Өфө автобусы Силәбелә юл фажиғәһенә осраған: 7 кеше дауаханала

20 авгусҡа ҡарай төндә Силәбелә Өфөнән юлға сыҡҡан пассажирҙар автобусы ҡатнашлығында юл фажиғәһе теркәлгән. Өлкәнең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфө – Нижневартовск маршруты буйынса китеп барған микроавтобус «Камаз» менән бәрелешкән.

Хәл-ваҡиғалар

«Салауат Юлаев» хоккейсылары хосписҡа иғәнә тапшырған көйәрмәндәр өсөн бүләк тураһында иғлан итте

«Салауат Юлаев» клубы хоккейсыларының автографтары ҡуйылған кроссовка эйәһен Башҡортостанда хоспис төҙөлөшөнә иғәнә тапшырғандар араһынан осраҡлы рәүештә һайлап алалар.

Йәмғиәт

Республика урмандарында янғын хәүефе янауы сәбәпле патрулде көсәйтәләр

Көндәрҙең ҡоро тороуына һәм урмандарҙа янғын хәүефенең артыуына бәйле Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының урман-янғын бүлектәре «Юғары әҙерлек» режимына күсерелде, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте.

Йәмғиәт
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть