Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.29
+0.04
99.56
+0.2
88.5
+0.04
18+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Март 2017, 12:56

Башҡортостанда шашка яҙы башлана

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 1-12 мартта Өфөлә Халыҡ-ара шашка буйынса донъя кубогының финалы үтә.
Кубок барышында һәр береһендә 10 уйынсы булған ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ике айырым турнир уҙғарыла. Ҡатнашыусылар түбәндәге схема буйынса һайлап алына: 2016 һәм 2015 йылғы донъя чемпиондары; континент чемпиондары (Азия, Америка, Африка, Европа); былтыр Донъя кубогында еңеүсе.
Кубокта ҡатнашҡан 20 уйынсының һигеҙе Рәсәй исеменән сығыш яһай, шуларҙың алтауһы — Башҡортостан вәкилдәре. Улар — Тамара Танһыҡҡужина, Айгөл Иҙрисова, Әлиә Әминева, Александр Георгиев, Муродулло Амриллаев, Айнур Шәйбәков. Илебеҙ исеменән шулай уҡ Алексей Чижов (Удмуртия), Матрёна Ноговицына (Яҡутстан) ҡатнаша.
Ярыштар «Президент Отел»дә уҙа (Аврора урамы, 2). Бөгөн, 1 мартта, ҡатнашыусылар килә башлай, кесаҙна, 2 мартта — асыу тантанаһы, 3 мартта — беренсе уйын, 12 мартта ярыштарҙы ябыу тантанаһы була.
Турҙарҙың теҙмәһе: стандарт уйын — иртәнге сәғәт 11-ҙә, суперблиц — киске сәғәт 5-тә.
Донъя кубогы барышында күмәк саралар араһында республиканың һәләтле йәштәре өсөн билдәле шашкасыларҙан оҫталыҡ дәрестәре, төбәктең муниципаль райондарында бер үк ваҡытта уйын сеанстары ҡаралған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Халыҡ-ара шашка федерацияһында.
Читайте нас: