Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡорт Википедияһында «Башҡортостан 100» супермарафонының икенсе этабы башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Бөгөн, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, «Башҡортостан 100» ижади супер вики-марафондың икенсе этабы башлана. Ул башҡорт телендә Википедияны үҫтереү, башҡа тел бүлектәрендә Башҡортостан темаһын яҡтыртыу маҡсатында уҙғарыла һәм Рәсәй эшсе-крәҫтиән хөкүмәте менән Башҡорт хөкүмәтенең Башҡорт совет автономияһын төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылыуына 100 йыл тулыуҙы байрам итеүгә арналған.

Популяр интернет-энциклопедияла мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарын тулыландырыу буйынса ижади бәйгелә Викимедиа проекттарының һәм тәғәйен тел бүлектәренең дөйөм ҡағиҙәләрен, супер вики-марафон регламентын үтәгән һәр кем ҡатнаша ала.

Конкурсты ойоштороусы — «Башҡортостан викимедиясылары» ирекмәндәр төркөмө.

Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, «Башҡортостан 100» интеллектуаль супер вики-марафоны 2016 йылдың 11 сентябренән 2019 йылдың 23 мартына тиклем биш этапта уҙғарыла. Һәр этап 100 көндән тора: 1-се этап — 2016 йылдың 11 сентябренән 20 декабргә тиклем (2017 йылдың 31 ғинуарына тиклем йомғаҡ яһау); 2-се этап — 2017 йылдың 21 февраленән 31 майына тиклем (2017 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡ яһау); 3-сө этап — 2017 йылдың 1 сентябренән 9 декабренә тиклем (2018 йылдың 31 ғинуарына тиклем йомғаҡ яһау); 4-се этап — 2018 йылдың 21 февраленән 31 майына тиклем (2018 йылдың 30 июненә тиклем йомғаҡ яһау); 5-се этап — 2018 йылдың 1 сентябренән 9 декабренә тиклем (2019 йылдың 23 мартына тиклем йомғаҡ яһау).

«Ижади бәйгенең тәүге этабында башҡорт, бүрәт, лезгин, мари, рус, эрзян, грузин, украин бүлектәренән 34 википедиясы ҡатнашты. Бөтәһе 423 мәҡәлә яҙылған һәм тулыландырылған, ете ҡатнашыусы Викискладҡа 55 фотоһүрәт һалған», — тип һөйләне Рөстәм Нурыев.

Теги: википедия
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть