Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.52 ↓

EUR 71.23 ↑

26 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала Жәлил Кейекбаев исемендәге туған телдәр фестивале уҙа

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә бөгөн, 21 февралдә, Жәлил Кейекбаев исемендәге VI республика туған телдәр фестивале уҙа. Уның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы һәм ЮНЕСКО-ның ассоциациялы мәктәбе – Өфөнөң 39-сы гимназияһы менән берлектә Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты. Фестиваль 1999 йылда ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы тарафынан ойошторолоп, Халыҡ-ара туған тел көнөнә арналған һәм йыл һайын 21 февралдә тел һәм мәҙәни төрлөлөктө яҡлау маҡсаты менән билдәләнә.

Республика фестиваленең төп маҡсаты – уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәм тел төрлөлөгөн үҫтереү. Сарала Башҡортостандың ЮНЕСКО-ның ассоциациялы мәктәптәре һәм ЮНЕСКО-ның дуҫтар клубы уҡыусылары ҡатнашасаҡ.

Быйыл яңы тема тәҡдим ителәсәк — «Халҡымдың әкиәт донъяһы». Сарала ҡатнашыусылар төрлө телдәрҙә донъя халыҡтарының әкиәттәрен сәхнәләштерәсәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитетында.

Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев – билдәле башҡорт ғалимы-төркиәтсе, тел белгесе, полиглот, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы. Ул башҡорт телен, Рәсәйҙең башҡа халыҡ телдәрен үҫтереүгә һәм һаҡлап ҡалыуға ғәйәт ҙур ғилми һәм практик өлөш индергән. Жәлил Кейекбаев 100-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, дәреслек һәм әсбап, шиғыр һәм роман авторы.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда Туған тел көнө киң һәм даими билдәләнә. Республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары биләмәләрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөк һәм күп теллелеккә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть