Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.52 ↓

EUR 71.23 ↑

26 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда Туған тел көнөн билдәләйҙәр

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда Туған тел көнөн билдәләйҙәр. Бөгөн, 21 февралдә, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында Халыҡ-ара Туған тел көнөнә арналған республика байрамы уҙа.

Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йыр һәм бейеү номерҙары менән Өфөнөң милли йәкшәмбе мәктәптәре коллективтары, Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институты студенттары сығыш яһаясаҡ. Сара киске сәғәт 5-тә башлана.

Байрам сиктәрендә республиканың муниципаль район һәм ҡала округтары биләмәләрендә тел һәм мәҙәни төрлөлөккә һәм күп теллелеккә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән саралар комплексы ҡаралған.

Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, республика Халыҡтар дуҫлығы йорто һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты.

Халыҡ-ара туған тел көнө 1999 йылдың ноябрендә ЮНЕСКО Генераль конференцияһының 30-сы сессияһында ойошторола, шунан алып йыл һайын уҙғарыла. Башҡортостан традицион рәүештә күп теллелек киң таралған төбәктәргә ҡарай. Республика халҡының яртыһы тиерлек – ике һәм унан күберәк, уларҙан 382,5 мең кеше өстән күберәк тел белә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть