Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.51

EUR 74.33

24 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәйкәл ҡуйыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа һәйкәл ҡуйыла. Хәлит Ғәлиуллин яһаған скульптура ҡала хакимиәтендә килешеүҙең икенсе этабын үтте. Был хаҡта социаль селтәрҙә ҡала Советы депутаты Артур Хажиғәлиев хәбәр итте. Шағир уң ҡулында китап менән шиғыр уҡыған килеш һүрәтләнгән.

«Һәйкәл 2017 йылдың өсөнсө кварталында «Башинформсвязь» бинаһы һәм «Родина» кинотеатры араһында ҡуйылыр тип күҙаллана. 1 сентябргә өлгөртһәк, яҡшы булыр ине», — тип хәбәр итте сығанаҡ.

Бөгөн — башҡорт шағиры Рәми Ғариповтың вафат булған көнө. 40 йыл элек, 1977 йылдың 20 февралендә, уның йөрәге тибеүҙән туҡтай. Тере сағында Рәми Ғариповтың маҡтаулы исемдәре лә, наградалары ла булманы. «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән юғары исем, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеме — быларҙың барыһы ла уға үҙе үлгәндән һуң бирелде һәм халыҡтың шағирға ҡарата һөйөүе символына әүерелде. Әҙип еңел булмаған заманда туған телендә ижад итеү, үҙ халҡына мөрәжәғәт итеү, дөрөҫлөктө еткереү хоҡуғын яҡланы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть