Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала Рөстәм Шәрипов исемендәге ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рөстәм Шәрипов исемендәге асыҡ республика ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе иғлан ителде. Ул – «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбленән 26 йәшлек Морат Йәноҙаҡов. Гран-при яулаусы «Ҡолой кантон» башҡорт халыҡ көйөн һәм Нур Дауытовтың «Яңғыҙлыҡ» пьесаһын башҡарҙы. Еңеүсе милли кейем: елән һәм башлыҡ тектереүгә 20 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Бәйгелә бөтә республиканан йәмғеһе 110 башҡарыусы сығыш яһаны. Һайлап алыу туры һәм конкурсты ябыу тантанаһы Республика халыҡ ижады үҙәгенең Мәҙәниәт йорто концерт залында үтте. Лауреаттар һәм жюри ағзалары «Өфө уттары» күңел асыу комплексында концертта ҡатнашты.

«Конкурс юғары кимәлдә уҙҙы, – тип һөйләне жюри ағзаһы, Өфө сәнғәт институтының өлкән уҡытыусыһы Венер Йылҡыбаев. – Жюри бер тауыштан Гран-приҙы Морат Йәноҙаҡовҡа бирергә ҡарар итте. Ул үҙен традицион, эстрада йүнәлешендә лә яҡшы башҡарыусы, бик оҫта, виртуоз, сағыу музыкант итеп күрһәтте».

Проекттың ойоштороусылары – Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, республиканың Ҡурайсылар союзы.

Рөстәм Шәрипов – 2013 йылдың июнендә бик иртә донъя ҡуйған талантлы йәш ҡурайсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, республика конкурстары лауреаты.

Рөстәм Шәрипов иҫтәлегенә Республика ҡурайсылар конкурсы тәүҙә уның тыуған районында – Йылайырҙа ойошторолдо, Өфөлә тәү тапҡыр 2016 йылда уҙҙы. Ул саҡта музыкаль бәйгелә 80-дән ашыу башҡарыусы ҡатнашты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть