Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.24 ↓

EUR 74.90 ↑

19 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына дәғүә итеүселәр билдәләнде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы буйынса комиссия 2017 йылға конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе:

Бикмәтова Рәшиҙә Шаһиморат ҡыҙы (Рәшиҙә Бик), Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Берлинға хәтлем!»: балалар өсөн шиғырҙар һәм поэма. – Өфө, Китап, 2015. – 40 бит. «Яратҡан төйәгем, минең Ватаным!»: Тыуған ил тураһында шиғырҙар, поэмалар. – М., 2015.- 120 бит. Өфө ҡалаһының Үҙәкләштерелгән балалар китапханалары системаһы тарафынан тәҡдим ителде.

Ситдиҡова Гүзәл Рамазан ҡыҙы, яҙыусы, тәржемәсе. «Ҡолонсаҡ — арғымыҡ булыр бер саҡ»: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2014. – 156 бит. «Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде.

Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. «Әсәйем ҡояш икән»: хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр. — Өфө, Китап, 2011. – 220 бит. «Дүртенсе мөғжизә»: шиғырҙар, әкиәттәр, хикәйәләр, пьесалар. — Өфө, Китап, 2015. — 244 бит. «Балалар әҙәбиәте антологияһы» I том: — Өфө, Китап, 2012. — 356 бит. «Балалар әҙәбиәте антологияһы» II том: — Өфө, Китап, 2012. — 356 бит. Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы тарафынан тәҡдим ителде.

Тимерханов Илдус Хәмит улы, яҙыусы, Башҡортостандың Дүртөйлө ҡалаһы һәм Дүртөйлө районының «Юлдаш» ижтимағи-сәйәси гәзите мөхәррире урынбаҫары. «Ут күҙ»: әкиәттәр. — Өфө, Китап, 2002. – 192 бит. «Тал-тирәктәр ҡуйынында»: әкиәт. — Өфө, Китап, 2006. – 172 бит. «Юлбарыҫлан»: әкиәттәр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2011. – 168 бит. Дүртөйлө районының Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге тарафынан тәҡдим ителде.

Шафиҡова Гөлсирә Мазһар ҡыҙы, яҙыусы. «Йондоҙло хыял» (МР3 форматында яҙма): балалар өсөн шиғырҙар һәм йомаҡтар. – Өфө, БРСБС, 2016. – 1 сәғәт 40 минут. Мәсетле биләмә-ара китапханалар системаһы тарафынан тәҡдим ителде.

Ноғоманов Ринат Мөҙәрис улы, яҙыусы. «Әсәйгә бүләк»: бала саҡ хаҡында хәтирәләр, хикәйәләр. — Өфө, Китап, 2008. – 96 бит. Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы тарафынан тәҡдим ителде.

Йәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы, яҙыусы. «А.С.Пушкин. Әкиәттәр»: руссанан башҡортсаға тәржемә. — Өфө, Китап, 2007. – 260 бит. Әбйәлил районы хакимиәте тарафынан тәҡдим ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть